ЩЕЛКАЧЁВ Владимир Николаевич (21.11.1907, Владикавказ — 13.4. 2005, Мәскәү), инженер‑механик, математик. Техник ф. д‑ры (1941), проф. (1941). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1968), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1995), БР‑ҙың (1997) һәм ТР‑ҙың (1997) атҡ. нефтсеһе, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1996). МДУ‑ны тамамлаған (1928). Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә, ер аҫты гидродинамикаһын һәм ғәмәли математика проблемаларын тикшереүгә бәйле. Туймазы нефть ятҡылығын продуктив ҡатламдарға һыу ебәреп үҙләштереү проекты авторҙарының береһе. 350‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Сталин пр. лауреаты (1950). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1957, 1980), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (1997) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Разработка нефтеводоносных пластов при упругом режиме. М., 1959; Анализ современного состояния нефтедобычи и разработки нефтяных месторождений США. М., 1961.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов