ЩЕДРИНА Нэлля Михайловна (6.11. 1944, Кандалакша ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) шунда уҡ уҡыта (1977—79 йй. филол. ф‑ты деканы урынбаҫары). 1999 й. алып Наталья Нестерованың Яңы гуманитар ун‑тында (Мәскәү) әҙәбиәт һәм журналистика каф. мөдире, 2001 й. башлап Мәскәү өлкә ун‑тында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге хәҙ. әҙәби процесты, 20 б. тарихи прозаһын һәм сит илдәге урыҫ әҙәбиәтен, А.И.Солженицын ижадын өйрәнеүгә арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. уҡыу‑методик әсбаптар, авторы.

Әҫәрҙ.: Русская историческая проза в литературе последней трети ХХ века. Уфа, 1997.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов