ШӘҺӘРОВА Сания Вәли ҡыҙы (17.3.1947, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Наурыҙ а.), педиатр, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу­сы. Мед. ф. д‑ры (2004). РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Учалы ҡ. үҙәк дауаханаһында эшләй. 1972 й. башлап Өфөлә: 4‑се дауаханала бүлек мөдире, 1984 й. алып 3‑сө балалар поликлиникаһында дауалау эштәре б‑са баш табип урынбаҫары, 1989 й. — 6‑сы балалар поликлиникаһында баш табип, 1995 й. — Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, 1999 й. — БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау министры, 2001 й. башлап БДМУ‑ның өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге халыҡ һаулығын өйрәнеүгә һәм уның мед.­биол. күрһәткестәрен эшләүгә, поликлиника шарттарында балаларҙы дауалауҙы камиллаштырыуға, балалар инвалидлығын иҫкәртеүгә, балаларҙы һәм инвалид бала булған ғаиләләрҙе соц. яҡлау проблемаларына арналған. 170‑кә яҡын фәнни хеҙ­мәт авторы.

Х е ҙ м.: Комплексная реабилитация больных и инвалидов вследствие болезней системы кровообращения в Республике Башкортостан. Уфа, 2005; Про­блемы детской инвалидности. Уфа, 2008 (авторҙ.); Формирование здорового образа жизни у детей и подростков. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина