ШӘҺӘРОВА Раушания Ғизетдин ҡыҙы (1.4.1972, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Баҙытамаҡ а.), спортсы. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). Стәрлетамаҡ ҡ. СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Ю.В.Зубков). Күреү б‑са инвалидтар араһында шәхси зачётта Рәсәй чемп. (2003, 2005—06), донъя чемпионаттарының көмөш (2002) һәм бронза (2006) призёры, Рәсәй чемпионатының (2009) һәм Рәсәй кубоктарының (2005, 2007, 2009) көмөш призёры; команда зачётында до­нъя чемпионатының көмөш призёры (2006) һәм Бөтә донъя инвалидтар уйындарының бронза призёры (2003). Рәсәй йы­йылма командаһы ағзаһы (2001—10).

Тәрж. Г.А.Миһранова