ШӘҺӘР (Шәһәретдинов) Шиһабетдин Шәһәретдин улы (17.4.1904, Ҡазан губ. Сирмешән а. — 21.10.1941, Мәскәү), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик ун‑тын тамамлаған (Мәскәү). 20‑се йй. аҙ. алып Өфөлә йәшәй. БАССР Яҙыусылар союзын ойоштороуҙа ҡатнашҡан. “Үктәбер” (ҡара: “Ағиҙел”) ж., “Әҙәби удар” гәз. редакцияларында, Башҡ‑н дәүләт нәшриәтендә, Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ‑нда эшләй. 1938 й. апр. репрессиялана, авг. аҡлана. Матбуғатта әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, әҙәби рецензиялар м‑н сығыш яһаған; Б.Ишемғол, Т.Йәнәби, А.М.Таһиров, Д.Юлтый һ.б. башҡорт яҙыусылары ижадын анализлаған. “Башҡортостан яҙыусылары тураһында”, “Хәҙерге әҙәбиәт” (икеһе лә — 1933) әҙәби тәнҡит мәҡәләләре йыйынтыҡтары; фабрика хеҙм‑рҙәренең көндәлек хеҙмәт тормошо т‑да “Бәләкәй Кәрим” (1926), “Ильичҡа хат” (1928), “Станоктар араһында” (1931; бөтәһе лә — татар телендә) хикәйәләре авторы. “Ҡыҙыл каруан” (1931) йыйынтығына ингән хикәйәләрендә, “Боролош” (1932) повесында коллективлаштырыу йылдарындағы ауылда синфи көрәш һүрәтләнә. “Серле һуҡмаҡ” хикәйәләр йыйынтығына ингән ш. уҡ исемле романы (1967) башҡорт фольклоры нигеҙендә яҙылған.

Әҙәб.: Кулибай С. Төрлө һуҡмаҡтар. Өфө, 1963.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов