ШӘҺИЕВ Эдуард Мөстәҡим улы (17.3.1944, Омск ҡ.), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1983). РСФСР‑ҙың Рәссамдар со­юзы ағзаһы. И.Д.Шадр ис. Свердловск художество уч‑щеһын (1965), Юғары художество‑сәнәғәт уч‑щеһын (Мәскәү, 1971) тамамлаған. 1945 й. алып Өфөлә, 1967 й. башлап Мәскәүҙә йәшәй. “Рәссам” татар‑башҡорт рәссамдары союзы рәйесе (2000 й. алып). Әҫәрҙәренең төп идеяһы – Йыһан киңлегендә кеше; уны Ш. образдар символикаһы аша сағылдырырға ынтыла: “Оло донъя һөйөклөһө” (1990), “Тын ғына ихлас әңгәмә бара...”, “Аҡ йәймәләрҙә ҡара аҡҡош” (икеһе лә – 1991), “Ҡырағай көндәш” (2000). «“Өс туған” башҡорт бейеүе» эшендә (1991) ата‑бабалар ере м‑н бәйләнеш күрһәтелә. 1970– 90 йй. “Балалар әҙәбиәте” нәшриәте м‑н хеҙмәттәшлек итә (Мәскәү). 90‑сы йй. Ливанда һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә була, унда күргәҙмәләр ойоштора, урыҫ һәм совет сәнғәте б‑са лекциялар уҡый. 1970 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәү (1990, 2004, 2009, 2010), Өфө (2017). Эштәре Дәүләт тарихы музейы, Көнсығыш дәүләт му­зейы (икеһе лә – Мәскәү), БДХМ коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова