ШӘХСИ ЯРҘАМСЫ ХУЖАЛЫҠ, эшҡыуарлыҡҡа ҡарамаған һәм һалымдан бушатылған а.х. эшмәкәрлеге формаһы; граждандарҙың аҙыҡ‑түлеккә һәм башҡа ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙең өҫтәлмә сығанағы булып хеҙмәт иткән бәләкәй а.х. производствоһы. Башҡортостанда Ш.я.х. РФ, БР Конституцияларына, РФ‑тың һәм БР‑ҙың гражданлыҡ һәм ер ҡанундары йыйылмаһына, РФ‑тың “Шәхси ярҙамсы хужалыҡ тураһында” (2003 й. 7 июле) һәм БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың шәхси ярҙамсы хужалығы тураһында” (2005 й. 10 марты) ҡанундарына, БР МК‑ның “Башҡортостан Республикаһында крәҫтиән (фермер) һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү буйынса өҫтәлмә саралар тураһында” ҡарарына (1999 й. 17 дек.) һ.б. ярашлы булдырыла. Производство эшмәкәрлеге ер участкаһына хоҡуҡтарҙы дәүләттә теркәү мәленән алып тормошҡа ашырыла. Республикала Ш.я.х. 20 б. 30—50‑се йй. колхоздарҙа һәм совхоздарҙа үҫеш ала. Ш.я.х. етештерелгән продукция (картуф, ит, һөт һ.б.) граждандар тарафынан файҙаланыла, дәүләт һатып алыу ойош­маларына һәм халыҡҡа һатыла. 90‑сы йй. башында к‑здарҙы һәм с‑здарҙы үҙгәртеп ҡороу барышында был йәмғиәттәрҙең (хужалыҡтарҙың) хеҙм‑рҙәре Ш.я.х. һаҡлап алып ҡала. Баҙар иҡтисадына күсеү һөҙөмтәһендә Ш.я.х. роле арта. 2008 й. респ. Ш.я.х. булған 588 мең ғаилә иҫәпләнә; дөйөм ер майҙаны 177,7 мең га (уртаса алғанда һәр ғаиләгә 30 сутый) тәшкил итә. Ш.я.х. тарафынан респ. бөтә а.х. продукцияһының 57,5%‑ы (1990 й. 33,3%‑ы), ш. иҫ. малсылыҡ продукцияһының 69,9%‑ы, үҫемлекселек продукцияһының 30,1%‑ы етештерелә. Ш.я.х. һуғым малы һәм ҡошоноң (72,5%), һөттөң (68,0%), кар­туфтың (94,6%), йәшелсәнең (74,0%) төп етештереүселәре булып тора. 2009 й. башына Ш.я.х. һарыҡ һәм кәзәләрҙең һаны 843,5 мең (бөтә категориялы хужалыҡтарҙағы дөйөм һанынан 94,6%), һыйыр малының — 1080,7 мең (61,2%), йылҡының — 96,3 мең (60,1%), сусҡаларҙың һаны 352,4 мең (60,7%) тәшкил итә.

Р.А.Борханов

Тәрж. Г.А.Миһранова