ШӘХСИ ЙЫЙҒАН АҠСА, халыҡтың аҡса килеменең һаҡлыҡҡа йыйған өлөшө. Ойошторолған (банкыларҙағы вкладтар, ҡиммәтле ҡағыҙҙарға һалыу, страховкалау фондтарына взностар) һәм ойошторолмаған (ҡулаҡса) Ш.й.а. айырыла. Ойошторолған Ш.й.а. ил иҡтисады өсөн — инвестиция сығанағы, хужаһы өсөн өҫтәмә килем (вкладтар б‑са проценттар, акциялар б‑са дивидендтар) булып тора.

Өфө губернаһында тәүге һаҡлыҡ кассалары — 19 б. 60‑сы йй. башында, ссуда‑һаҡлыҡ ширҡәттәре 70‑се йй. асыла. 1914 й. 69 һаҡлыҡ кассаһы, 58 меңгә тиклем аҡса һалыусы иҫәпләнә. 1917 й. һаҡлыҡ кассалары системаһы бөтөрөлөү сәбәпле, халыҡ үҙ вкладтарының күпселек өлөшөн юғалта. 1923 й. Өфөлә тәүге 61‑се дәүләт хеҙмәт һаҡлыҡ кассаһы асыла (1927 й. респ. 133 һаҡлыҡ кассаһы эшләй). Граждандарҙың хеҙмәт тупламдарына милек хоҡуғы СССР конституцияһында (1936) нығытыла. Ш.й.а. вкладтарҙа һәм дәүләт аҡса займдарында туплау дәүләткә йыйылған аҡсаны 30‑сы йй. БАССР‑ҙа халыҡ хужалығын индустриялаштырыуға йүнәлтеү, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында оборона сәнәғәтен булдырыу, һуғыштан һуңғы осорҙа халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу һәм үҫтереү мөмкинлеген бирә. Баҙар иҡтисадына күскәндән һуң халыҡтың Һаҡлыҡ банкыһындағы вкладтарының ҡиммәте төшә. 1993 й. башлап халыҡ Ш.й.а. коммерция банкыларына вклад итеп һала, ш. уҡ ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатып алыуға тотона башлай. 1994—96 йй. банкыларҙың күпләп банкротланыуы, 1998 й. финанс кризисы, финанс пирамидаларының эшмәкәрлеге ойошторолған һаҡлыҡ баҙарының үҫешен ҡат­марлаштыра. 2001 й. алып Ш.й.а. баҙарында граждандарҙың кредитлаусы ҡулланыусылар кооперативтары, 2003 й. баш­лап РФ банкыларында физик шәхестәрҙең вкладтарын страховкалау системаһы эшләй.

2008 й. респ. кредитлау ойошмаларына һалынған вкладтар 82,0 млрд һум; 1 йылдан ашыу срокка һалынған вкладтар өлөшө 2001 й. – 13,2%, 2008 й. – 59,3%, һорап алына торған вкладтар өлөшө — ярашлы рәүештә 26,9% һәм 16,6% тәшкил итә.

Әҙәб.: Аюпов Р.А. История сберегательного дела в Башкортостане. Уфа, 1997.

Е.А.Пущина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов