БАЙМАҠ ТАУ‑МЕХАНИКА ТЕХНИКУМЫ, 1932 й. тау‑сәнәғәт һәм фабрика‑завод уҡытыу мәктәптәре нигеҙендә тау‑металлургия техникумы булараҡ нигеҙ һалына, 1933—34 йй. төҫлө металдар техникумы, 1958 й. 1958 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 1959 й. Сибай (ҡара: Сибай политехник колледжы) һәм Учалы (ҡара: Учалы тау‑металлургия техникумы) ҡҡ. техникумдың филиалдары асыла. Көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә тау техниктары, техник‑тау электромеханиктары, техник‑байыҡтырыусылар һәм металлургтар әҙерләгәндәр. Техникумды тамамлаусылар араһында М.И.Ғәбитов, В.В.Любушкин; бында ш. уҡ Ф.И.Белов, Н.Иҙелбай уҡыған. 1967 й. ябыла.

Әҙәб.: Утягулов Р.И. Тропою знаний. Баймак, 2000.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика