ШӘФИЕВ Фәрит Хажиғәле улы [28.5.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яҡшембәт а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1981). БАХИ‑ны тамамлаған (1976). 1953 й. алып Мәләүез р‑нындағы Тря­синский ветеринария пункты (Богородский а.) мөдире, 1957—85 йй. М.Ғафури ис. к‑зда эшләй (1960 й. башлап рәйес). Ш. етәкс. к‑з үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы — 25,2 ц/га (1985 й. — 34,2), һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 3773 кг тәшкил итә (1984). Ленин (1985), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973, 1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев