ШӘФИЕВ Бәхтегәрәй Әғзәм улы [5.2.1897, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе 1‑се Иманғол а. (Ырымбур өлк. Октябрь р‑ны) – 1918 й. авг., Ырымбур губ.], революция хәрәкәте эшмәкәре. Сәйетҡол урыҫ‑башҡорт уч‑щеһын тамамлаған (1915; ҡара: Сәйетҡол төп белем биреү мәктәбе). 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Ырымбур губ. башҡорттары һәм татарҙары араһында агитация‑пропаганда эше алып бара. 1918 й. 18 февр. башлап Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы рәйесе урынбаҫары, марттан “Башҡурдистан” гәз. мөхәррире, Ырымбур Мосолман хәрби-революцион комитеты, Ырымбур губерна башҡарма ком‑ты, апр. башлап Милләттәр эштәре б‑са ХК эргәһендәге Үҙәк мосолман комиссариаты ағзаһы. “Башҡортостан автономияһы проекты”н раҫлау өсөн РСФСР Милләт эштәре буйынса халыҡ комиссариатына ебәрелгән Башҡ‑н Ваҡытлы революцион советы ағзалары төркөмөнә етәкселек итә. Йәшерен агитация эше алып барыу өсөн Ырымбур губернаһына ебәрелә. Июндә Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кабанкино а. (хәҙ. Ырымбур өлк.) янын­да А.И.Дутов казактары тарафынан ҡулға алына, Ырымбур ҡ. төрмәһендә тотола, һуңыраҡ атыла. Ш. исеме м‑н Өфө, Стәрлетамаҡ, Ырымбур ҡҡ., Ырымбур өлк. Иманғол һәм Күгәрсен р‑ны Мораҡ аа. урамдар, Сәйетҡол төп белем биреү мәктәбе аталған.

Әҙәб.: Кузыев Р.У. Бахтигарей Шафиев. Өфө, 1972.

Е.П.Асабин

Тәрж. М.Х.Хужин