ШӘФИҒУЛЛИНА Алһыу Тәлғәт ҡыҙы (27.9.1973, Өфө), бейеүсе. РФ‑тың атҡ. артисы (2010), БР‑ҙың халыҡ артисы (2000). Өфө хореография уч‑щеһын (1991; педагогы М.Ә.Кәримов), БДУ‑ны (1999), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2002) тамамлаған. 1991 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ан­самбле солисы, 2015 й. — БАДТ‑ның баш администраторы, 2017 й. — БР Милли Йәштәр театры дир. урынбаҫары. Ш. сән­ғәтенә күтәренке рух, һомғоллоҡ, хислелек хас. Сәхнә күркәмлегенә, актёрлыҡ һәләтенә, юғары техникаға эйә. “Бишбармаҡ”, “Заһиҙә”, “Ҡумыҙ менән бейеү”, “Дуҫлыҡ”, “Шаян ҡыҙҙар”, “Азамат”, “Бангладеш ритмдары һәм көйҙәре” (“Ритмы и мелодии Бангладеш”) һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. “Сәскә атҡан ҡурай” бейеүендә тәүге яңғыҙ башҡарыусы. Кремль һарайы, П.И.Чайковский ис., “Рәсәй” концерт залдары (бөтәһе лә — Мәскәү), Royal Festival Hall (Лондон) һ.б. сәхнәләрҙә бейей. Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997), С.‑Петербургта, Әзербайжанда БР мәҙәниәте (икеһе лә — 2001), Ҡаҙағстанда Рәсәй (Астана, 2004), Төркиәлә БР (Истанбул ҡ., 2006) көндәрендә ҡатнаша. Рәсәй һәм донъяның 30‑ҙан ашыу иле буйлап гастролдәрҙә була. “Донъя йөҙө” (“Лицо Мира”) Халыҡ‑ара этник һылыуҙарҙың бейеү конкурсы лау­реаты (Мәскәү, 2001).

Әҙәб.: Докучаева А.А. На старших похожи //Созвездие талантов. Уфа, 2009.

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова