ШӘҮӘЛИЕВА Дилара Миңәхмәт ҡыҙы (18.2.1940, ТАССР‑ҙың Әлмәт а.), инженер‑технолог. Ҡазан химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) 2003 й. тиклем ИПТЭР‑ҙа эшләй: инженер, өлкән ғилми хеҙм‑р. Производство эшмәкәр­леге изоляция материалдарын эшләү һәм производствоға индереү, уларҙың файҙаланыу характеристикаларын тикшереү м‑н бәйле. СССР МС‑ы, И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (икеһе лә — 1983).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов