ШӘҮӘЛИЕВ Рауил Рәшит улы (3.2.1958, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Табанлыкүл а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Бүздәк а.), хи­рург. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (1998). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында эш­ләй. 1986 й. башлап БР‑ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында: 1994 й. алып баш белгес, 1995 й. — министр ярҙамсыһы. 1998 й. башлап БДМУ‑ла (2000 й. алып клиника бүлексәһе мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге дөйөм һәм ҡорһаҡ ағзалары хирургияһы мәсьәләләренә, ҡорһаҡ ярыһының йәбешмә ауырыуын иҫкәртеүгә арналған. Ш. ҡатнашлығында трансплан­тацион сандыр герниопластикаһы алымы, ашҡаҙан‑эсәк юлын иртә ҡуйылған дауамлы һәм үҙ аллы электростимуллаштырыу ысулы, бүҫер булғанда ҡорһаҡ ярыһы эсендә йәбешеп үҫеүҙе клиникала тикшереү, дауалау һәм иҫкәртеү алгоритмы эшләнә. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Хеҙм .: Хирургическое лечение больных послеоперационными вентральными грыжами. Уфа, 2000 (авторҙ.); Избранные главы госпитальной хирургии (новые технологии). Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина