“ШӘҮРӘ”, Б.Бикбайҙың “Шәүрә” башҡорт халыҡ йыры легендаһына нигеҙләнгән ш. уҡ исемле поэмаһы б‑са З.Ғ.Исмәғилевтең 3 шаршаулы операһы. 1963 й. яҙыла. Премьераһы 1963 й. 21 дек. БДОБТ‑ла була (Б.Бикбай либреттоһы, муз. етәксеһе һәм дирижёры И.М.Альтерман, реж. М.Х.Хисмәтуллин, сценографы М.Н.Арыҫланов, хормейстеры Л.Х.Исхаҡова, балетм. И.Х.Хәбиров). Төп партияларҙы С.Ҡ.Ғәлимова (Шәүрә), С.Д.Хөснийәров (Аҡмырҙа), М.Ә.Әхмәтйәнова (Яубикә), М.Ғ.Ғәлиев (Сәхи), Хисмәтуллин (Көбәк), Ғ.С.Хәбибуллин (Аяҙғол) башҡара. Боронғо аяуһыҙ ырыу йолалары шарттарында үҙенең мөхәббәте өсөн көрәшкән башҡорт ҡатынының яҙмышы т‑да лирик‑трагик опера. Левиратҡа ярашлы һөймәгән кешеһе м‑н никахлашырға мәжбүр булған Шәүрә һәм Аҡмырҙа бергә булыр өсөн тауҙар араһына ҡаса. Эҙәрләүселәр Аҡмырҙаны яралай һәм ул үлә. Операла яңғыҙ партиялар күпселекте тәшкил итә. Ариялар, ариозо һәм төп геройҙар Шәүрә м‑н Аҡмырҙаның мөнәсәбәттәрен асырға ярҙам иткән дуэт мөһим урын алып тора. Операның муз. теленә асыҡ сағылдырылған милли колорит, башҡорт халыҡ музыкаһы стилдәре һәм жанрҙарына (оҙон көй, ҡыҫҡа көй, һыҡтау) яҡынлыҡ хас. “Шәүрә” йырының көйө мөхәббәт лейтмотивы мәғәнәһен ала. 1976 й. ғин. “Ш.” 1‑се редакцияһының 2‑се постановкаһы күрһәтелә (сәхнәгә ҡуйыу коллективы ш. уҡ була, дирижёры Ғ.Х.Моталов).

2‑се редакцияһының (2 бүлектә) премьераһы 1992 й. 29 февр. БДОБТ сәхнәһендә була (Б.Бикбай либреттоһы, муз. етәксеһе һәм дирижёры В.И.Платонов, ҡуйыусы реж. Р.А.Вәлиуллин, ҡуйыусы рәссамы Ғ.Ш.Имашева, хормейстерҙары Э.Х.Ғәйфуллина, Ә.Р.Белогонова, ҡуйыусы балетм. Ш.Ә.Тереғолов). Төп партияларҙа: Н.М.Гәрәева (Шәүрә), Ф.З. Сәлихов(Аҡмырҙа), З.Ф.Байбурина (Яубикә), Р.Ф.Көсөков (Сәхи), Н.З.Әбдиев (Көбәк), Хәбибуллин (Аяҙ­ғол). 1997 й. ғин. постановка композиторҙың 80 йәшен байрам итеү сиктәрендә БДОБТ сәхнәһендә күрһәтелә (дирижёры М.Ә.Әхмәтзарипов). Төп партияларҙы Гәрәева (Шәүрә), Сәлихов (Аҡмырҙа), С.М. Куклина (Яубикә), Көсөков (Сәхи), С.Ф.Сөләймәнов (Көбәк), С.Ә.Асҡаров (Аяҙғол) башҡара.

Әҙәб.: Г а л и н а Г.С. Загир Исмагилов. Уфа, 1997; У г р ю м о в а Т.С. Оперное творчество Загира Исмагилова //Очерки по истории башкирской музы­ки. Уфа, 2006. Вып.2.

Т.С.Угрюмова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова