ШӘРӘФИЕВ Роберт Ғәрәфи улы (20.6.1947, ТАССР‑ҙың Теләнсетамаҡ а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2003). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2012), РФ Сәнәғәт, фән һәм технологиялар министрлығының почётлы машина­лар эшләүсеһе (2001). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй (2003 й. алып бүлек нач.), бер үк ваҡытта 2005 й. башлап БР Мәғариф министрлығында лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре яғыулыҡ‑энергетика комплексы объектта­рында сәнәғәт һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә арналған. Ш. тарафынан көплөк тибындағы ҡорамалдарҙың ҡалдыҡ ресурсын баһалау методикаһы һ.б. эшләнә. 380‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Техническая термодинамика и энерготехнология химических производств. М., 1998 (авторҙ.); Промышленная безопасность: опыт, проблемы и перспективы эксплуатации нефтегазопроводов. Челябинск; Уфа, 2005 (авторҙ.); Энциклопедия безопасности жизнедеятельности. М., 2017 (авторҙ.).

Р.Н.Бәхтизин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов