ШӘРӘФЕТДИНОВ Әмир Ямалетдин улы [13.5.1947, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Әрмет‑Рәхим а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Архангел р‑нының санитария‑эпидемиология ст. баш табип булып эшләй. 1981 й. алып Өфөлә: Киров район советының башҡарма ком‑тындағы һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, 1986 й. башлап Киров р‑нының баш санитария табибы, 2004 й. алып Башҡ‑н физик культура ин‑тының адаптив физик культура ф‑ты, 2008 й. — Г.В.Плеханов ис. Рәсәй иҡт. ун‑тының Өфө ин‑тындағы (филиалындағы) иҡтисад һәм менеджмент ф‑ты деканы, 2016 й. башлап БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге сәнәғәт үҙәктәрендәге халыҡ һаулығының төбәк үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә һәм ауырыуҙарҙы беренсел иҫкәртеү б‑са саралар әҙерләүгә арналған. Ш. ҡатнашлығында производство мөхитендәге химик бысратыусылар тәьҫир иткәндә ауырыуҙы алдан күҙаллау ысулы эшләнә. 130‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Медико‑социальные последствия чрезвычайных ситуаций природного и техногенного характера. Уфа, 1997 (авторҙ.); Канцерогенные эффекты факторов окружающей среды. Уфа, 1998 (авторҙ.); Медико‑гигиенические аспекты здоровья сельского населения. Нефтекамск, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина