ШӘРӘФЕТДИНОВ Әҙһәм Ғәни улы [25.12.1928, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ахун а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 24.9.2016, Мәләүез ҡ., Өфөлә ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1972). СССР‑ҙың а.х. (1969) һәм РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1982) отличнигы. ӨАИ‑ны тамамлаған (1952). 1953 й. алып Учалы р‑нында эшләй: МТС‑тың баш инженеры, 1958 й. башлап “Поляковка”, 1964 й. — “Байрамғол” с‑здары директоры. 1975 й. алып КПСС‑тың Мәләүез, 1983 й. — Ишембай ҡала ком‑ттарының 1‑се секретары, 1987 й. — Бөрөр‑нының“Калинники”с‑зыдир., 1989 й. башлап БДАУ‑ҙа уҡытҡан (1990–91 йй. а.х. производствоһы м‑н идара итеү каф. мөдире), 1994 й. алып “Аҡбуҙат” ипподромы (Өфө), 1999–2005 йй. Мәләүез р‑нының “Толпар” ат спорты комплексы директоры. Ш. республиканың а.х. производствоһын һәм йылҡысылығын үҫтереүгә өлөш индергән. Ш. етәкс. “Байрамғол” с‑зы үҙ‑үҙен финанслауға һәм тулыһынса хужалыҡ иҫәбенә күскән, юғары килемле (49%‑ҡа тиклем) хужалыҡ булып киткән: иген культураларының уңдырышлылығы 22 ц/га еткән, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 2926 кг тәшкил иткән (1974); “Ләйсән” халыҡ бейеү ансамбле, “Байрамғол” спорт клубы ойошторолған, сана-бобслей трассаһы һәм “Толпар” ат спорты комплексы төҙөлгән. 10 фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. БАССР ЮС‑ының 8—11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1973), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Интенсивный откорм молодняка крупного рогатого скота. Уфа, 1971; Уверенной поступью //Байрамгуловские узоры. Уфа, 1974; Республика Байрамгул. Уфа, 2013.

Тәрж. Г.А.Миһранова