ӘЛИБАЕВ Әҙеһәм Ғәле улы [20.5. 1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Йомаш а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 12.8.1951, ш. уҡ р‑ндың Муллаҡай а.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғы­шында ҡатнашыусы. Магнитогорск уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған (1951). 1943 й. сент. алып Украина фронтында 3‑сө гвардия танк армияһының 616‑сы айырым миномёт пол­кында телефонсы булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н Ә. 1944 й. 31 июлендә Жешув ҡ. (Польша), 1945 й. 18 февр. Левенберг ҡ. (Германия) һәм 26 апр. Берлин ҡ. тирәһендә барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) Муллаҡай 7 йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы, дир. булып эшләй. 1‑се, 2‑се (1945 й. июне һәм апр.) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Ә. исеме м‑н Баймаҡ ҡ. һәм Йомаш а. урамдар аталған, Муллаҡай һәм Йомаш аа. уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Б а г у м а н о в А. Не увядают цветы //Славные сыны Башкирии. Кн.5. Уфа, 1985.

Х.Х.Минһажетдинова

Тәрж. М.Х.Хужин