ШӘРӘФЕТДИНОВ Рәмил Фәйзер улы (6.2.1952, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Суйынсы а.), геофизик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000), проф. (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге радиометрия һәм ағымдары күп фазалы булғанда скважиналар термометрияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Ш. тарафынан фаза күсешле изотермик булмаған күп фазалы фильтрлау ваҡытында ҡатламдағы, быраулағанда скважиналағы т‑ра ҡы­рының, ағымдың төрлө режимдары өсөн скважина көпшәһе буйлап т‑ра бүленешенең матем. моделдәре һ.б. эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (2006).

Хеҙм.: Математическое моделирование нестационарного теплового поля в системе бурящаяся скважина – горные породы //Инженерно‑физический журнал. 2006. Т.79. №5 (авторҙ.); Численное исследование температурного поля в пласте с трещиной гидроразрыва //Прикладная механика и техническая физика. 2017. Т.58. №4.

А.Ш.Рамаҙанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов