ШӘРӘФЕТДИНОВ Рим Әмир улы (8.5.1969, Одесса ҡ.), рәссам‑мультипликатор, режиссёр. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2015), РФ‑тың почётлы кинематографсыһы (2002). Кинематографсылар союзы ағзаһы (1997). Өфө радиоэлек­трон приборҙар эшләү техникумын (1988), Бөтә Союз кинематография хеҙм‑рҙәре квалификацияһын камиллаштырыу ин‑ты эргәһендәге анимация курстарын (Алма‑Ата, 1991) тамамлаған. 1991 й. алып “Башҡортостан” к/ст эшләй. Ш. тра­дицион һүрәтле анимация (ҡара: Анимация киноһы) техникаһында башҡарылған фильмдарының сюжеттары башҡорт әкиәттәре һәм легендаларына нигеҙләнгән. 15‑тән ашыу фильмдың рәссам‑аниматоры һәм реж.: “Һуҡмаҡтар айырылған баҡса” (“Сад расходящихся тропок”; 1994; В.Н.Байрамғолов, Р.Ғ.Ҡамбулатов, И.Р.Рәжәпов м‑н берлектә), “Тәүге осош” (“Первый полёт”; 1996); үҙ сценарийҙары б‑са – “Аҫылташтар тауы” (“Гора самоцветов”) мультфильмдар циклынан “Ялҡау Шәйҙулла” (“Шейдулла‑лентяй”; 2004; С.В.Гордеев м‑н берлектә), “Алдаҡ тоғо” [“Мешок обмана”; 1999, Асыҡ Рәсәй анима­ция киноһы фестивале дипломанты, Таруса ҡ.; “Кешегә мөрәжәғәт” (“Послание к человеку”) Халыҡ‑ара документаль, ҡыҫ­ҡа метражлы уйын һәм анимация фильмдары кинофестивале дипломанты, С.‑Петербург; икеһе лә —2000], “Ҡыйыу йөрәк” (“Храброе сердце”; 2003), “Ахмаҡ бүре” (“Глупый волк”; 2012), “Алдар һәм һоро бүре” (“Алдар и серый волк”; 2013, Асыҡ Рәсәй анимация киноһы фестивале дипломанты, Суздаль ҡ.; 2013), “Хәйерлегә булһын” (“Ни пуха, ни пера”; 2014) һ.б. “Пилот”, “Кристмас Филмз” студиялары м‑н хеҙмәттәшлек итә (икеһе лә —Мәскәү). 2005 й. рәссам‑мультипликатор сифатында “Ну, көтөп тор!” (“Ну, погоди!”) мультсериалының 19‑сы һәм 20‑се сығарылыштарын төшөрөүҙә ҡатнаша.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов