ШӘРӘК, Салауат р‑нындағы ауыл, Лағыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т. табан 32 км алыҫлыҡта Шәрәк й. (Әй й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 165 кеше; 1920 — 300; 1939 — 310; 1959 — 260; 1989 — 161; 2002 — 167; 2010 — 170 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға Троицк өйәҙе Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ Ширәй, Ширәк исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 9 йортта 58 кеше йәшәгән, 1865 й. 31 йортта – 147 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов