ШӘРӘЙ ҠӘБЕРЛЕГЕ, 7—9 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Шәрәй а. төньяҡ ситендә Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. 20 б. 30‑сы йй. юл төҙөгәндә табылған, 1963 й. Н.А.Мәжитов, 1964 й., 1966 й. Г.И.Матвеева тарафынан тикшерелгән. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр иҫәбенә инә, 30‑ҙан ашыу ҡәбер өйрәнелгән. Мәйеттәр эстән көпләнгән ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 1 м тиклем) салҡан һалып, баштары м‑н көнбайышҡа, төньяҡ‑көнбайышҡа йәки төньяҡ‑көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡайһы бер соҡорҙарҙа ҡорбан ашы һалынған балсыҡ һауыттар, киртләс уйымдарында төрлө әйберҙәр табылған. Керамика Турбаҫлы мәҙәниәте (биҙәкһеҙ, оҙон муйынлы һәм йомортҡаға оҡшаш ҡорһаҡлы) һәм Кушнаренко мәҙәниәте (йоҡа, яҫы төплө, яурындары горизонталь һыҙыҡтар, һырҙар м‑н биҙәлгән) һауыттарынан ғибә­рәт. Ҡәбергә ҡорал (ағас ҡынлы тимер бысаҡ, һөйәк уҡ башаҡтары), бил ҡайыштары (бронза айылдар, бил ҡайышы пла­стинкалары, тимер ҡаптырмалар), ат егеү кәрәк‑ярағы (бронза ауыҙлыҡтар), биҙәүестәр (бронза беләҙектәр, йөҙөктәр, кеше йөҙө төшөрөлгән сулпылар, ҡойолған ат фигуралары һәм ҡыңғырауҙар, ш. уҡ аҡыҡ, быяла һәм гәрәбә муйынсаҡтар), хайуан һөйәктәре (башлыса ат) һалынған. Ҡомартҡы Турбаҫлы һәм Кушнаренко мәҙәниәттәре ҡәбиләләренең Көнбайыш Урал янына килеп ултырыу процесын сағылдыра. Ш.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: М а т в е е в а Г.И. Шареевский могильник //Из истории Башкирии. Уфа, 1968.

Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. Д.К.Үзбәков