ӘЛИБАЕВҠадир (Әбделҡадир) Әхмәткирәй улы (17.6.1940, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Әбүбәкер а. — 4.12. 2003, Сибай ҡ.), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1968) Хәйбулла һәм Учалы р‑ндары, Сибай мәктәптәрендә уҡыта. “Аҡ шишмә” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1982 й. сыға. “Йырлы ямғыр” (1989), “Әсәйем ҡулдары” (1991), “Самауыр йыры” (1995) йыйынтыҡтарының төп темаһы — тыуған ергә, әсәгә һөйөү. Ә. шиғырҙарының теле хикмәтле, сағыу образдар аша шағир кешенең бай рухи донъяһын асып бирә.

Ә ҫ ә р ҙ.: Атайым тупһаһы: шиғырҙар. Өфө, 1998.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов