БАЙМАҠ МУЗЕЙЫ, Баймаҡ ҡ. урынлашҡан. 1975 й. Баймаҡ тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1979—2005 йй. Милли музей филиалы. Экспозиция 1981 й. асыла. Музей фондында яҡынса 6 мең һаҡлау берәмеге бар, ш. иҫ. биҙәүҡулланма сәнғәте өлгөләре, ҡатын‑ҡыҙ түш биҙәүестәре коллекцияһы, старателдәрҙең хеҙмәт ҡоралдары, нумизматик коллекция, фотоһүрәттәр, документаль материалдар. 5 залда урынлашҡан экспозиция тәбиғәт, этнография, хәрби һәм хеҙмәт даны, район биләмәһендә алтын сығарыу тарихы, Баймаҡ һәм Баймаҡ р‑ны тарихы бүлектәренән тора. “Талҡаҫ күле тәбиғәте”, “Алтын йыуыу” диорамалары бар.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика