ШӘРӘЕВ Пётр Низами улы (18.1. 1940, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Кониг а.), биохимик. Мед. ф. д‑ры (1984), проф. (1985). РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2002), Удмурт Респ. атҡ. фән эшмәкәре (1993). Ижевск мед. ин‑тын тамамлаған (1968), 1971—2014 йй. шунда уҡ эшләй: 1977 й. алып биохимия каф., 1995 й. — клиник биохимия һәм лаб. диагностика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге атеросклероз, ш. уҡ организмда төрлө патологик хәлдәр булғанда тоташтырғыс туҡыманың биополимерҙары алмашыныуын өйрәнеүгә арналған. Ш. ҡатнашлығында бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк булғанда бөйөрҙөң киҫкен етешмәүсәнлеге үҫешен күҙаллау, биол. шыйыҡсаларҙа к‑талы маннозидазалар активлығын, ҡан сывороткаһында фукозидаза активлығын билдәләү ысулдары һ.б. эшләнә. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авто­ры.

Х е ҙ м.: Витамины и здоровье. Ижевск, 2004; Клинико‑метаболическая оценка эффективности базисной терапии пациентов с хронической обструктивной бо­лезнью лёгких //Пульмонология. 2010. №2.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина