ШӘРМӘЙЕТ ЗАВОДЫ, 1759 й. мартында Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһы Ғәйнә улусы башҡорттарының ерҙәрендә Шәрмәйет й. (Кама й. басс.) буйында ген.‑аншеф А.И.Глебов тарафынан баҡыр иретеү з‑ды булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Глебов, 1769 й. алып Яковлевтар, 1858 й. башлап О.Н.Рошефор. Ольга тау округына ингән. 1761 й. эшләй башлай. 1760—70 йй. 6 баҡыр иретеү мейесе, 2 тимерселек горны, шплейзофен, гармахер һәм штык горндары, 1860 й. баҡыр иретеү һәм баҡыр таҙартыу мейестәре була. 1860 й. 3 руднигы эшләй. 1762 й. заводта 196 мастеровой һәм эшсе кеше, 56 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә. 18 б. Ш.з. 10,5 мең бот баҡыр иретелә, уртаса етештереүсәнлек – йылына яҡынса 750 бот; макс. — 1769 бот (1767). 1783—90 йй. баҡыр етештерелмәй. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында завод яндырыла, 1778 й. тергеҙелә. 1862 й. ябыла. Хәҙ. завод торамаһы урынында Пермь крайының Барҙы р‑ны Шермей­ка а. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин