ШӘРҠИӘТ, о р и е н т а л и с т и к а, Көнсығыш халыҡтары, цивилизациялары һәм илдәренең тарихын, иҡтисадын, те­лен, әҙәбиәтен, этнографияһын, сәнғәтен, динен, философияһын өйрәнгән комплекслы фән. Ш. эсендә ғәрәп фәне, башҡорттар тураһында фән, индология, монголдар т‑да фән, семитология, синология, төркиәт һ.б. төбәк тармаҡтары фор­малаша.

Башҡортостанда Ш. 19 б. алып үҫешә. Ҡайһы бер төрки телдәрҙе (ш. иҫ. башҡорт телен) ғәрәп теле һәм фарсы теле м‑н сағыштырып өйрәнеүҙең тәүге тәжрибәһе М.М.Биксуриндың “Ырымбур крайында булған башҡорт һәм ҡырғыҙ һөйләш­тәренең ҡыҫҡаса аңлатмаһы һәм уға урыҫ‑фарсы‑татар һүҙҙәре һәм яҙыу өлгөләре ҡушымтаһы менән ғәрәп, фарсы һәм татар телдәрен өйрәнеүгә башланғыс ҡулланма” (“Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с кратким объяснением существующих в Оренбургском крае наречий башкир и киргизов и приложением к нему русско‑персидско‑татарских слов, разговоров и прописей”; 1859) хеҙмәтендә бирелә. Көнсығыш илдәренең телен һәм әҙәбиәтен (ҡара: Көнсығыш әҙәбиәте) өйрәнеүгә М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б. хеҙмәттәре арналған.

Октябрь революцияһынан һуң респ. башҡорттарҙы һәм төркиәтте өйрәнеү киң үҫеш ала. 20 б. 2‑се ярт. — 21 б. башында БР‑ҙа Ш. өйрәнеү көсәйә: Көнсығыштың яҙма һәм матди мәҙәниәт ҡомартҡылары, тарихы, теле, әҙәбиәте, фольклоры, ижт.‑фәлс. фекере һәм социомәҙәни реалийҙары айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята – шуның м‑н Ш. системалы, комплекслы һәм интеграциялы характер ала. 1988 й. СССР ФА Президиумы эргәһендәге Бөтә Союз шәрҡиәтселәр ассоциацияһында Р.Ғ.Кузеев, З.Ғ.Ураҡсин һәм Т.М.Ғарипов етәкс. БАССР‑ҙың төбәк төркөмө ойошторола. Хәҙерге Ш. Кузеевтың һ.б. тарихи‑археологик; М.Ә.Әхмәтов, Ф.Н.Байышев, Ғарипов, И.Ғ.Ғәләүетдинов (2004—06 йй. РФА‑ның Шәрҡиәтселәр йәмғиәте президенты), К.З.Закирйәнов, Ж.Ғ.Кейекбаев, Н.Х.Мәҡсүтова, Л.Ғ.Сәйәхова, Ә.Р.Тенишев, Ураҡсин, Ә.И.Харисов, Ғ.Б.Хөсәйеновтың һ.б. филологик хеҙмәттәре ҡыҙыҡһыныу уята. БДУ‑ла ғәрәп һәм фарсы телдәре материалында М.В.Зәйнуллин етәкс. лингвистик, Ғ.С.Ҡунафин етәкс. әҙәбиәт ғилеме һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Ш. мәсьәләләре башҡорт мәҙәниәте һәм фәне м‑н үҙ‑ара бәйләнештә яҡтыртыла: этнолингвистик мәсьәләләргә Г.Һ.Бохарова, Н.У.Хәлиуллина, А.Ғ.Шәйхуловтың һ.б.; тел ғилеме мәсьәләләренә Л.Л.Әйүпова, Ғ.Д.Ибраһимовтың һ.б.; этнография һәм тарих мәсьәләләренә Г.Б.Азаматова, Г.Н.Вәлиәхмәтова, В.С.Горбунов, З.М.Дәүләтшина, Ш.Р.Зәйнетдинов, Р.И.Яҡуповтың һ.б.; культурология һәм педагогикаға – Ф.Ш.Абсаликова, Р.М.Әсәҙуллин, Ф.Ғ.Әхәтова, Ҡ.К.Кәримов, Е.К.Карпова, С.В.Рябованың һ.б.; философия мәсьәләләренә – В.Л.Бенин, И.Р.Насиров, В.С.Хәзиевтың һ.б. хеҙмәттәре арналған. Әҙәбиәт һәм фольклор традицияларын сағыштырма‑типологик планда тикшереү мөһим урын алып тора (З.А.Әлибаев, В.В.Борисова, С.Ә.Галин, С.А.Ғәлләмов, М.Х.Иҙелбаев, Г.Г.Ишембаева, М.Х.Нәҙерғолов, З.Ә.Нурғәлин, Р.Ф.Рәжәпов, Г.М.Нәбиуллина һ.б.). Б.Т.Ғәниев, Р.Ҡ.Ғарипов, Н.Д.Ғарипова, Э.Ф.Ишбирҙин, С.Н.Сираева, С.Ғ.Шафиҡов һ.б. хеҙмәттәрендә һинд-европа телдәре иран, монгол телдәре, семит, төрки, ҡытай, япон һ.б. телдәр м‑н сағыштырып өйрәнелә. Өйрәнеү объекты Башҡ‑н терр‑яһында һаҡланып ҡалған эпитафия, ҡулъяҙма һәм баҫма китаптар, шәжәрә, ғәрәп, фарсы, төрки телдәрендәге документаль материалдар булған махсус дисциплиналарға – археографияға, сығанаҡтар өйрәнеүгә, текстологияға, эпиграфикаға ҡыҙыҡһыныу көсәйә. Ш. практик йүнәлеше каталогтар төҙөү, ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптарҙы, тарихи сығанаҡтарҙы текстологик анализлау һәм тарихи‑культурологик комментарийҙар биреү, ҡулъяҙма фондтарҙы картографиялау һәм кодификациялау м‑н бәйле (Р.М.Болғаҡов, Ғәләүетдинов, А.В.Псәнчин, Ә.Ғ.Сәлихов, З.Я.Шәрипова һ.б.). Ғәрәп, фарсы һәм төрки телдәрендәге ҡомартҡыларҙы йыйыуҙа, нәшер итеүҙә Археография комиссияһының Көньяҡ Урал бүлеге булышлығында ТТӘИ‑нең ялан һәм камераль археография төркөмө ҙур роль уйнай. Фәнни ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған көнсығыш ҡулъяҙмалары, китаптары фонды һәм каталогтары Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты китапханаһында, Китап палатаһында, Ғилми китапханала һәм Ғилми архивта, Милли китапхананың һирәк китаптар һәм ҡулъяҙмалар бүлегендә, ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Милли музейҙың һирәк китаптар фондында, БР‑ҙың Үҙәк тарих архивында тупланған.

Көнсығыш илдәре халыҡтары м‑н эшлекле, мәҙәни һәм фәнни контакттарҙы киңәйтеүгә Халыҡ дипломатияһы ассоциацияһы, “Башҡортостан — Һиндостан”, “Башҡортостан Ҡытай”, “Башҡортостан — Корея” йәмғиәттәре булышлыҡ итә; АҠШ, Германия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Швеция, Әзербайжан, Япония һ.б. илдәрҙең ғалимдары м‑н берлектәге фәнни проекттар тормошҡа ашырыла. БР вуздары (БДПУ, БДУ, Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад., ӨДСА, ӨДАТУ һ.б.) Иран, Көньяҡ Корея, Ҡытай, Мысыр, Төркиә, Фәләстан, Һиндостан һ.б. илдәр ун‑ттары м‑н хеҙмәттәшлек итә; респ. ҡайһы бер вуздарында көнсығыш телдәрен (ғәрәп, фарсы, төрөк һ.б.) уҡытыу индерелгән.

Ш. б‑са материалдар “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Вестник Академии наук Республики Башкортостан”, “Проблемы вос­токоведения” һ.б. журналдарҙа баҫыла. Өфөлә “Башҡортостанда шәрҡиәт: тарих. Мәҙәниәт” (1992), “Рәсәй һәм Көнсығыш: үҙ‑ара бәйләнеш” (1993) фәнни конф., ш. уҡ шәрҡиәтселәрҙең 5‑се Бөтә Рәсәй “Рәсәй халыҡтарының тарихи яҙ­мышында Көнсығыш” съезы (2006) һ.б. үтә. Башҡортостандан шәрҡиәтселәр Ә.Ә.Вәлидов, Ә.Ә.Диваев, И.И.Мещанинов, Г.С.Саблуков сыға.

Әҙәб.: Восток в исторических судьбах народов России: кн. 1—3. Уфа, 2006.

И.Ғ.Ғәләүетдинов, Т.М.Ғарипов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов