ӘЛЕБАЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Өфө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 49 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 77 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 378 кеше; 1939 – 395; 1959 – 466; 1989 – 301; 2002 – 324; 2010 – 315 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Өфө урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Орск өйәҙендә ер биләүсе Әлебай Мәнишевтән 1909 й. һатып алынған ерҙәрҙә урыҫ күскенселәре утар булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй.хәҙ. статусын ала. Н.Д.Волошин, Ф.У. Юлдашбаева ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Насиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов