ӘЛГӘНЙӘК (Eutamias sibiricus), тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Төньяҡ‑көнсығыш Европаның урмандарында һәм Азияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 14—15 см. Арҡаһындағы һәм ян‑яғындағы ерәнһыу фонда 5 буй ҡара‑һоро һыҙыҡ бар. Урт тоҡсайҙары яҡшы үҫешкән. Ҡойроғо оҙон (10 см тиклем), ҡабарынҡы. Енси яҡтан йәшәүенең 1‑се йылына өлгөрә, йылына 1 тапҡыр 2‑нән алып 12‑гә тиклем (йышыраҡ 4—6) бала тыуҙыра. 5 йылға тиклем йәшәй. Көндөҙ әүҙем. Ҡыш көнө һиҙгер йоҡоға тала. Ылыҫлы (башлыса эрбет), япраҡлы (йүкә, миләш, саған) ағастарҙың орлоҡтары, еләктәр, бәшмәктәр, ш. уҡ бөжәктәр һ.б. умыртҡаһыҙҙар м‑н туҡлана. Тәрән булмаған өңдәрҙә йәшәй; серек түңгәктәрҙә, ауған ағас олондарында, һирәгерәк тәпәш ағас ҡыуыштарында йәйге оялар яһай. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарында таралған. Талпан сабыртмалы тиф биҙгәген тыуҙырыусыларҙы таратыусы булып тора.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова