ШӘРҠИ Заһид (ысын исеме Йосопов Заһид Ғәйфулла улы; 9.1.1901, Ырымбур ҡ. — 14.4.1961, Өфө), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филол. ф. кандидаты. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған, Ҡыҙыл профес­сура ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1937). 1918 й. “Мөхбир” гәз. (Ырымбур), 1919 й. “Красный маяк” (“Ҡыҙыл маяҡ”) фронт гәз., 1919 й. аҙ. алып “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәз. мөхәррире; 1922 й. алып РКП(б)‑ның Ырымбур губерна ком‑тында бүлек мөдире, Татар халыҡ мәғарифы ин‑ты (Ырымбур) дир., 1928—29 йй. “Урта Иҙел” ж. (Һамар ҡ.) мөхәррире, 1930 й. “Пролетар” гәз. (Сталино ҡ.) яуаплы мөхәррире, 1934 й. башлап “Коммунист” ж. мөхәррир урынбаҫары, 1937 й. — “Литературная газета” (“Әҙәби гәзит”) гәз. (икеһе лә — Мәскәү) бүлек мөдире. 1941 й. ВКП(б)‑ның Ҡыйғы район ком‑ты мөдире, 1944 й. алып ТТӘИ‑нең ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге мәҙәни‑тарихи һәм сәйәси‑тәрбиәүи проблемаларға арналған. “Дөйөм йыйылыш” (1918), “Урыҫ әҙәбиәте һәм Ғабдулла Туҡай” (“Русская литература и Габдулла Тукай”; 1946), “Башҡорт совет әҙәбиәтенең сығанаҡтары” (“У истоков башкирской советской литературы”; 1954) һ.б. мәҡәләләрендә башҡорт, татар һәм урыҫ әҙәбиәттәре араһындағы үҙ‑ара бәйләнештәр тикшерелә. А.Игебаев, М.Йәлил, С.Ҡудаш, М.И.Өмөтбаев, Салауат Юлаев, Ғ.Туҡай, Д.Юлтый һ.б. ижады т‑да мәҡәләләр; “Буржуазия тырнағы аҫтында” (1918), “Иҫке Ҡулатҡы серҙәре” (1929) хикәйәләре, “Дала ҡосағында” (1919), “Ҡалым” (1924), “Сәлим бабай” (1925) пьесалары һ.б. авторы. Тәнҡит, публици­стика (“Ырымбурҙа революция көндәре” китабы, 1926 һ.б.) жанрҙарында эшләй.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: (әҙәби‑тәнҡит мәҡәләләре). Өфө, 1959.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов