ӘҠЕМБӘТ ҠУРҒАНДАРЫ, 11—12 бб. археологик ҡомартҡылары. Күгәрсен р‑ны Назаркин а. эргәһендә урынлашҡан. Әҡембәт а. исеме м‑н аталған (хәҙер ул ауыл юҡ). Ҡурғанлы ҡәбер­лектәриҫәбенә инә. Ә.ҡ.I (диам. 10 м, бейеклеге 0,2 м) 1953 й. В.И.Фомина тарафынан асылған. Ә.ҡ.II 1967 й. урында йәшәүселәр тапҡан, 1968 й. ТТӘИ экспедицияһы (етәксеһе Н.А. Мәжитов) тарафынан өйрәнелгән. Таш өйөп яһалған 3 ҡурғандан тора. Тикшерелгән ҡурған (диам. 11 м, бейеклеге 0,5 м) түбәһендә үҙәктән көнбайышҡа табан 2 м алыҫлыҡта 2 тораташ табылған (башы һәм яурындары, йөҙөндә тура ҡырлы танауы, ҡаштары, ауыҙы бар). Уртаһында күмер өйөмө булған таш кәртә (диам. 3,5 м), көньяҡ‑көнсығыш йүнәлештә көпшә һымаҡ 4 ат һөйәге һыныҡтары табылған. Ә.ҡ.II — Урта быуаттар дәүеренең уникаль ҡорбан салыу‑иҫкә алыу ҡомартҡыһы. Ә.ҡ.III 1970 й. Мәжитов тарафынан асылған һәм тикшерелгән, 1989 й. Ю.А.Морозовҡарап сыҡҡан. Таш өйөп яһалған 2 ҡурғандан тора. Өйрәнелгән ҡурғанда (диам. 8 м, бейеклеге 0,3 м) оҙон стеналары буйлап киртләстәре булған ҡәбер табылған. Мәйет салҡан һалып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ә.ҡ. материалдары Археологияһәмэтнографиямузейындаһаҡлана.

Әҙәб.: М а ж и т о в Н.А. Курганы Южного Урала VIII—XII вв. М., 1981.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков