БАШКИРСКАЯ 27, яҙғы ҡаты бойҙай сорты. 2004 й. В.И.Никонов, Ю.Б.Колюкаев, М.А.Лоҡманова һ.б. (БНИИСХ) тарафынан Безенчукская 139, Оренбургская 10, Ракета, Саратовская 57, Харьковская 43 яҙғы ҡаты бойҙай сорттарын һеркәләндереп алынған гибридлы популяциянан индивидуаль һайлап алыу ысулы м‑н сығарылған. Һабағының бейеклеге 1,1 м тиклем. Башағының оҙонлоғо 8—10 см, аҡ, призма формаһында, уртаса тығыҙлыҡта; ҡылсыҡтары таралыусан, башағынан 2 тапҡырға оҙонораҡ. Орлоғо аҡ. 1000 орлоғоноң ауырлығы 34—43 г. Аҡһым миҡдары 13,2—14,5%, елемсә — 26—30%. Сорт йығылыуға сыҙамлы һәм саң тороно м‑н аҙ зарарлана. Ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы уртаса. Вегетация осоро 79—94 көн. БР б‑са уртаса уңдырышлылығы 21—35 ц/га (2005—07), макс. — 54,4 ц/га (Мордовия сорт һынау станцияһы, Саранск, 2009). Урта Волга, Урал төбәктәре б‑са 2007 й. ҡулланылышҡа индерелгән, Урал аръяғы дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында үҫтерелә.

В.И.Никонов

Текст на русском языке

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика