ӘКӘНӘЙ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Яндыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 147 км алыҫлыҡта Яубазы й.буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 915 кеше; 1920 – 1171; 1939 – 907; 1959 – 558; 1989 – 311; 2002 – 294; 2010 – 283 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазандаруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарыүҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1701 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1709 й.) алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Әкәнәй Бишенбаев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Кәсеүәк /Кәсеүән булараҡ билдәле (17 б. 2‑се ярт. ошо урында ш. уҡ исемле ауыл булған, тип фараз ителә). 1748 й. һәм 1762 й. араһында керҙәшлек килешеүен төҙөмәйенсә бында типтәрҙәр, 1816 й. һәм 1834 й. араһында мишәрҙәр килеп ултырған. 1795 й. 20 йортта 146 кеше йәшәгән, 1865 й. 91 йортта – 514 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, земство мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. К.Ф.Ғәҙелшин, Х.М.Мусин ошо ауылда тыуған.

Ф.Ғ.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов