ШӘРИФУЛЛИН Шәйҙулла Шәрифулла улы [1883, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡораласыҡ а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) – 1959, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны 5–6‑сы участкалар ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Ибраһим а.], шағир‑импровизатор. 1920 йй. Илеш р‑нында йәшәй, колхозда эшләй. Уның “Сәсән”, “Милли музыка” шиғырҙары башҡорт милли рухы м‑н һуғарылған, 1953 й. Ә.И.Харисов тарафынан яҙып алынған хеҙмәтте данлаған “Эш һәм намыҫ”, “Трактористар йыры” һ.б. әҫәрҙәре “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына индерелгән. Ш. ҡулъяҙмалары Ғилми архивта һаҡлана.

Әҙәб.: Галин С.Ә. Шәйҙулла сәсән //Башҡорт халҡының ауыҙ‑тел ижады. Өфө, 2009.

С.Ә.Галин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов