ШӘРИФЙӘНОВ Вадим Рим улы (23.12.1975, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). БДУ‑ны тамамлаған (2001). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). 1992—94 йй. “Салауат Юла­ев”, 1994—95 йй. һәм 2009—10 йй. Үҙәк армия спорт клубы (Мәскәү), 2001—02 йй. “Лада” (Тольятти ҡ.) һәм “Северсталь” (Череповец ҡ.), 2002—03 йй. “Спартак” һәм “Крылья Советов” (икеһе лә — Мәскәү), 2003—04 йй. “Металлург” (Новокуз­нецк ҡ.) хоккей клубтары һәм армия спорт клубы (С.‑Петербург) өсөн уйнай. 1995—2001 йй. Милли хоккей лигаһы (АҠШ, Канада), 2004—05 йй. Швеция һәм Франция клубтары өсөн сығыш яһай. Йәштәр араһында донъя чемпионаттарының көмөш (1995) һәм бронза (1994) призёры. Үҫмер спортсылар араһында Европа чемпионаттарының көмөш (1993) һәм бронза (1992) призёры. Үҫмерҙәр араһында БДБ чемп. (1992).

Тәрж. Г.А.Миһранова