ӘКИӘТСЕ, әкиәттәрҙе белгән һәм башҡарған жанр оҫтаһы. Борон күп кенә башҡорт ауылдарында Ә. булған. Һәр Ә. үҙенең һөйләү манераһы, билдәле репертуары (Ә. араһында эпиктар, көнкүрешселәр, сатириктар осраған) м‑н айырылып торған. Традицион әкиәтте һөйләгәндә Ә. тормош тәжрибәһенә, донъяға ҡарашына һәм ижади һәләттәренә ярашлы уға яңы һыҙаттар индергән. З.В.Вәлиев, М.Ғ.Ғибәҙуллин, Ф.Д.Дәүләтшин, М.М.Минһажетдинова һ.б. билдәле Ә. булған.

Әҙәб.: М и н һ а ж е т д и н о в М.Х. Ҡәләмендә ҡөҙрәт бар. Өфө, 1995; С у л е й м а н о в А.М. Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994.

Г.Р.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов