ШӘРИФЙӘНОВ Билус Ғәлимйән улы (26.4.1961, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Иҫке Татыш а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2004). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) Илеш р‑нындағы В.И.Ульянов ис. к‑зда баш зоотехник. 1992 й. алып БНИИСХ‑ла: 1993—2004 йй. һәм 2009 й. башлап өлкән, 2005 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2007—08 йй. а.х. малдарын ашатыу һәм мал аҙыҡтары технологияһы лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге традицион булмаған юғары энергиялы һәм продуктлы мал аҙыҡтарының составын һәм туҡлыҡлылығын өйрәнеүгә, ихтыяж, туҡлыҡлы, минераль һәм биологик актив матдәләрҙең кү­ләме һәм нисбәте нормаларын, уларҙың матдәләр һеңдереүсәнлегенә һәм ауыл хужалығы малдарының продуктлылығына тәьҫирен камиллаштырыуға арналған. Ш. тарафынан а.х. малдарын һәм ҡоштарын ашатыу технологиялары эшләнә һәм а.х. производствоһына индерелә. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Нормированное кормление сельскохозяйственных животных. 2‑е изд. СПб. [и др.], 2005 (авторҙ.); Современные методы оценки питательности кор­мов и полноценности кормления сельскохозяйственных животных. Уфа, 2006 (авторҙ.); Рацион — связывающее звено животноводства и окружающей сре­ды. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев