ӘКИӘТ БАШЫ, әкиәттең композицион элементы, традицион стилистик башланғыс формула (ғәҙәттә рифмаға һәм ритмға һалынған). Йөкмәтке м‑н туранан‑тура бәйләнмәйенсә, Ә.б. хикәйәләүҙең башланыуын хәбәр итә, тыңлаусыны әҙерләй. Башҡорт әкиәттәрендә 8 төрлө формула асыҡланған. Ә.б. бергә ҡушыла алмағанды юмор м‑н берләштерә (ҡайһы бер Ә.б. уйҙырма м‑н тура килә; ҡара: Бәләкәй юмористик жанрҙар), тыңлаусыны ҡыҙыҡһындырыуҙы, уның күңелен арбап, иғтибарын ысынбарлыҡтан әкиәт донъяһына бороп ебәреүҙе маҡсат итеп ҡуя: “Борон‑борон заманда, һайыҫҡан һалдат, ҡарға король, әҙәм аңра булғанда, ике малай йәшәгән, ти...”.

Әҙәб.: М и н һ а ж е т д и н о в М.Х. Ҡәләмендә ҡөҙрәт бар. Өфө, 1995; С у л е й м а н о в А.М. Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994; Х у с а и н о в а Г.Р. Поэтика башкирских народных волшебных сказок. М., 2000.

 Г.Р.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов