ӘКИӘТ, фольклорҙың төп жанрҙарының береһе, уйҙырмаға ҡоролған тылсымлы, мажаралы йәки көнкүреш характерындағы эпик, сәсмә әҫәр. Төрлө үҫеш этаптарында халыҡтың донъяға ҡарашын сағылдыра. Телдән телгә күсә килеп, Ә. үҙен тыуҙырған ысынбарлыҡ м‑н бергә үҙгәрә. Башҡорт Ә. 3 төп төркөмгә бүленә: хайуандар т‑да, тылсымлы (асылда тылсымлы, батырҙар т‑да, тылсымлы‑героик), тормош‑көнкүреш Ә. (новеллистик, сатирик, фәһемле). Хайуандар т‑да Ә. тәүтормош кешеләренең донъяға ҡарашы нигеҙендә барлыҡҡа килә һәм тотемизм м‑н бәйле була. Ваҡыт үтеү м‑н улар өгөт‑нәсихәт биргән мәҫәлдәргә яҡынайып, үҙҙәренең мифол. һәм магик характерҙарын юғалта. Тылсымлы Ә. синыфтарға тиклемге йәмғиәткә барып тоташа, башта улар мифтар м‑н бәйле булып, магик мәғәнә белдерә. Тылсымлы Ә. һабағы халыҡтың яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ т‑дағы ҡараштары, уның идеалдары м‑н билдәләнә. Герой (йыш ҡына кесе ул, Таҙ батыр) икенсе донъяға кәләш йәки мөғжизәле әйберҙәр артынан китә, һынауҙарға тарый, иҫән‑һау әйләнеп ҡайта. Батырға яуыз көстәр (аждаһа, дейеү, иргәйел) м‑н көрәштә Самрау, толпар, бүре һ.б. ярҙам итә. Тормош‑көнкүреш Ә. көндәлек тормошто сағылдырып, киҫкен соц. йүнәлешле булыуҙары м‑н айырыла. Уларҙың геройҙары ябай кешеләр: хан, мулла, сәсән, сауҙагәр һәм билдәле фольклор персонаждары: Алдар, Шомбай һ.б. Күпселек тормош‑көнкүрешӘ.көлкөлө,уларҙааңралыҡ,күпһөйләүсәнлек, ҡомһоҙлоҡ һ.б. фаш ителә. Ә. традицион башы (ҡара: Әкиәт башы) һәм аҙағы, үҙенсәлекле хикәйәләү стиле була. Күп Ә. белеп, уларҙы оҫта башҡарған кешене әкиәтсе тип йөрөтәләр. Башҡорт Ә. Аарне—Томпсондың халыҡ‑ара күрһәткесе б‑са Л.Г.Бараг, М.Х.Минһажетдинов һ.б. классификациялай. Жанр күп халыҡтарҙың фольклорында осрай.

Әҙәб.: С у л е й м а н о в А.М. Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994; Х у с а и н о в а Г.Р. Поэтика башкирских народных волшебных сказок. М., 2000; З а р и п о в Н.Т. Башкирские богатырские сказки: эстетика жанра. Уфа, 2008.

Г.Р.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов