ШӘРИПОВА Марина Юрьевна (15.4. 1958, Салауат ҡ.), ботаник. Биол. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ уҡыта (1994— 95 йй. биология ф‑ты деканы урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге ылымыҡтар экологияһына арналған. Ш. тарафынан тәбиғи һәм кеше йоғонтоһонда формалашҡан экотондарҙың төп кластарындағы альгоценоздарҙың экологик‑флористик һәм струк­тур ойошҡанлығы өйрәнелә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы экотондарындағы ылымыҡтарҙың төр составы асыҡлана һәм уларға экологик характеристика бирелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Водоросли экотонных сообществ. Уфа, 2006.

Тәрж. Г.А.Миһранова