ӘЙҮПОВА Людмила Лотфи ҡыҙы (28.3.1945, Владивосток ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1977—79 йй. Улан‑Батор ун‑тының (Монголия) уҡытыусы‑консультанты. Фәнни тикшеренеүҙәре социолингвистикаға, төрки‑урыҫ тел‑ара бәйләнештәренә, телдәрҙең ҡулланылыу шарттарына, ҡала теленә арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. “Башҡортостан халыҡтарының урыҫ телмәрендәге лексикаһы” (“Лексика народов Башкортостана в русской речи”; 1994) һүҙлеге, авторы.

Х е ҙ м.: Вопросы социолингвистики: типы двуязычия в Башкирии. Свердловск, 1988; Заим­ствования русского языка в историко‑функциональном плане. Казань, 1991 (авторҙ.); Социо­лингвистика: актуальные проблемы. Уфа, 1997.

В.Л.Ибраһимова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов