ӘЙҮПОВА Зиләрә Ғайса ҡыҙы (15.6. 1933, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Абдулла а. — 20.9.2014, Өфө), бейеүсе. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1959). 1955—75 йй. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы. Башҡарыу манераһына баҫалҡылыҡ, нәфислек, тәбиғилек хас. Ғәҙәттән тыш һығылмалы булған Ә. “Бишбармаҡ”, “Өс матурлыҡ” (“Три грации”), “Лао”, “Һинд бейеүе” (“Индийский”) һ.б. бейеүҙәрҙә төрлө хәрәкәттәрҙе шыма һәм ҡабатланмаҫ нескәлек м‑н баш­ҡара. Үҙенсәлекле таланты айырыуса “Ете ҡыҙ”, “Кадриль”, “Кейәү” (“Жених”)бейеүҙәрендә, “Гөлнәзирә”, “Шаян ҡыҙҙар” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партияларҙы башҡарғанда күренә. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Л.И.Нагаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова