ШӘРИПОВА Гөлсәсәк Табрис ҡыҙы [28.4.1958, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) Кинйәкәй а.], актриса, йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1999) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1995). Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1986; Л.Ғ.Төхвәтуллина класы). 1989 й. алып Салауат драма теа­тры актрисаһы.

Ш. актёрлыҡ манераһына хислелек, һиҙемләү ҡеүәһе һәм тәбиғилек хас. Муз. спектаклдәрҙә лирик героинялар ролдәрен башҡара: Шәүрә (“Шәүрәкәй”, М.А.Буранғолов; дебют, 1989), Ғәлиәбаныу (“Ғәлиәбаныу”), Сәрүәр (“Башмағым”). Актрисаның драматик образдары ихласлыҡ м‑н айырылып тора: Абби (“Таштарҙа үҫкән мөхәббәт”, Ю.О’Нил), Сажиҙә (“Һөйәркәм килгән... Ни эшләргә?”, З.Хәким), Роза (“Шырау”, Ф.М.Бүләков); комедия ролдәре юмор, шәфҡәтлелек м‑н һуғарылған: Нәсимә (“Игеҙәктәр”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Суфия (“Байрам ашы — ҡара‑ҡаршы”, М.Баһаев), Сурия (“Шулай булды шул...”, Т.Ғ.Миңнуллин). Ш. — билдәле эстрада йырсыһы, йомшаҡ тембрлы тауышҡа эйә. Репертуарында башҡорт (“Таштуғай”, “Һандуғас”, “Шәүрә”) һәм татар (Ғ.Туҡайшиғырына “Әллүки”; “Киңлектә”) халыҡ йырҙары; башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре: “Яран гөлө” (Р.М.Хәсәнов), “Сейәләр” (Р.Шәфи шиғырына Хәсәнов), “Матур йыр” (Ә.А.Таһирова шиғырына Л.Я.Шәрипова) һ.б. “Татар йыры” (“Татарская песня”; Ҡазан, 1993) халыҡ‑ара башҡарыусылар конкурсы, “Дуҫлыҡ йыры” халыҡ‑ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале (Нефтекама ҡ., 1995) лауреаты. СССР, Рәсәй, Германия, Ҡытай буйлап гастролдәрҙә була.

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова