ӘЙҮПОВА Венера Хәҙис ҡыҙы (10.1.1955, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Бәләкәй Учалы эшселәр ҡсб, хәҙ. Учалы ҡ.), музыка белгесе. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989), РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2010). Халыҡ‑ара музыка эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1996). ӨДСИ‑не тамамлаған (1981). 1976 й. алып Башҡорт филармонияһы лектор‑музыка белгесе. Лекция‑концерт циклдары авторы, төрлө музыкаль фестивалдәр һәм конкурстар, А.Ә.Абдразаҡов, И.Ә.Абдразаҡов, З.Ғ. Исмәғилев, М.Ғ.Мортазина, В.Т.Спиваков, Т.С.Сәйфуллин, Ғ.С.Әлмөхәмәтов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. ижадына арналған юбилей кисәләренең сценарий авторы, алып барыусыһы. 1998—2004 йй. “Башҡортостан” ДТРК‑нда “Музыкаль абонемент” (“Музыкальный абонемент”) автор программаһын алып бара. Уның сығыштары юғары мәҙәниәт, профессионализм, артистизм м‑н айырылып тора. Свердловск (1989), Мәскәү (1997) ҡҡ. Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. БР‑ҙың сәнғәт оҫталары м‑н Рәсәй, Белоруссия, Украина, Финляндия, Швеция ҡалаларында сығыш яһай. “Алтын Аполлон” пр. лауреаты (2000).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова