ШӘРИПОВ Әхсән Шәрифғәли улы [17.8.1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Шишмә а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) — 14.3.2004, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1957). 1944—50 йй. Балтас р‑нының “Искра” к‑зында хисапсы. 1952 й. алып Ҡыйғы р‑нында: халыҡ судьяһы, 1959—89 йй. М.И.Калинин ис. к‑з рәйесе. Ш. етәкс. к‑з 9—11‑се биш йыллыҡ пландар осоронда юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: 1976—80 йй. иген культураларының уртаса уңдырышлылығы — 27,1 ц/га, 1984 й. 24,1 ц/га тәшкил иткән. БАССР ЮС‑ының 7‑се, 10‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1966, 1980), Окт. Революцияһы (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев