ӘЙҮПОВ Хәмит Вәли улы [15.1.1914, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) Гәйнәямаҡ а. — 26.3.1987, Өфө], ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1969), проф. (1970). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1964) атҡ. фән эшмәкәре. Троицк ветеринария ин‑тын тамамлағандан һуң (Силәбе өлк., 1942) БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑нында баш ветеринар врач. 1945 й. алып Башҡ‑н ғилми‑производство ветеринария лаб. бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1960 й. башлап дир. урынбаҫары. 1964—83 йй. БАХИ‑ла фәнни эштәр б‑са проректор, бер үк ваҡытта 1978—85 йй. патофизиология, микробиология һәм вирусология каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре хайуан гельминттарының биол. һәм эпизоотологик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Ә. тарафынан Башҡортостан терр‑яһында паразит селәүсендәрҙең 2 яңы төрө, ер өҫтө моллюскыларының 19 төрө һәм хайуандарҙа дикроцелиоз тыуҙырыусы трематодтарҙың ваҡытлы хужалары булған ҡырмыҫҡаларҙың 3 төрө асылған; дикроцелиоз һәм фасциолёз булғанда хайуандарҙы гельминтһыҙландырыу өсөн хлорофос һәм гексахлорэтан ҡулланыу методикаһы эшләнгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы. Бөтә Союз гельминтологтар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1960—87). БАССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты.“Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Х е ҙ м.: Печёночные гельминтозы сельскохозяйственных животных. Уфа, 1963 (авторҙ.); Меры борьбы с паразитарными болезнями сельскохозяйственных животных. Уфа, 1968 (авторҙ.); Дикроцелиоз животных. Уфа, 1980.

Н.Р.Бәхтизин, Х.Ғ.Нурхәмитов

Тәрж. Г.А.Миһранова