ШӘРИПОВ Әмир Усман улы [3.2. 1933, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Иҫке Аҡҡолай а. (хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) – 3.9.2007, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1996). РФ‑тың (1999) һәм БР‑ҙың (1996) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1996). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) “Башнефть” ПБ‑нда эшләй: Күлтүбә бырау­лау контораһында быраулаусы, мастер, “Башвостокнефтеразведка” тресында (Бөрө ҡ.) өлкән инженер. 1961 й. алып Һиндостанда эшләй. 1964 й. башлап Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында быраулау бүлеге начальнигы. 1983 й. алып Көнбайыш Себер тәрән разведка быраулауы технологиялары ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ ин‑тында (Төмән ҡ.) фән б‑са дир. урынбаҫары, 1991 й. башлап дир., 2003—07 йй. “Экотехнология” ҒПП‑нда (Өфө) дирек­тор. Фәнни эшмәкәрлеге быраулау, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау һ.б. проблемаларға арналған. Уның етәкс. Башҡортостанда һәм Көнбайыш Себерҙә тәрән һәм үтә тәрән скважиналар төҙөү техникаһы һәм технологиялары эшләнгән, нефть сығарыу пр‑тиеларында тәрән скважиналар быраулау өсөн яңы полимер эретмәләр индерелгән. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 120 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2000). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Хеҙм.: Научные и технологические основы применения полимерных растворов при бурении и заканчивании глубоких скважин. М., 1991; Проектирова­ние и регулирование основных показателей бурения глубоких скважин. М., 1995; Scientific and Technological Grounds for Polymer Muds Application in Deep Drilling and Well Completion. Ufa, 2002 (авторҙ.).

И.А.Четвертнева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов