ШӘРИПОВ Әкрәм Әғзәм улы [15.8.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Наратаҫты а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) – 19.11.1991, Мәскәү], яҙыусы. Хәрби ф. кандидаты. Полковник. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1949). 1939–60 йй. Совет Армияһында хеҙмәт итә, демобилизацияланғандан һуң Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Төрлө йылдарҙа “Юғары мәктәп” нәшриәте редакцияһы мөдире, СССР Электрон сәнәғәте министрлығы хеҙм‑ре, “Батырлыҡ” (“Мужество”) ж. баш мөхәррире һ.б. була. Шулай уҡ Воронин Аркадий Иванович псевдонимы аҫтында нәшер ителә. Хәрби‑тарихи, героик‑патриотик, билдәле хәрби эшмәкәрҙәр тематикаһына яҙылған әҫәрҙәр авторы. “Черняховский” (1971), “Полководецтың яҙмышы” (“Судьба полководца”; 1988) романдары, “Операция дауам итә” (“Операция продолжается”; 1976) документаль повесы һ.б. армия генералы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы И.Д.Черняховскийға арналған. “Һуғышта бына шулай булды” (“Так было на войне”; 1966) очерктар йыйынтығында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың батырлығы һәм героизмы тасуирлана. Хәрби тарихҡа арналған күп кенә публикациялар авторы. А.А.Фадеев ис. пр. лауреаты (1981). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд., 2 Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Штурм цитадели. М., 1977; В логове врага: повесть. М., 1982.

Р.Х.Тимерғәлина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов