ӘЙҮПОВ Рәфғәтдин Талип улы (15.3.1914, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Собханғол а., хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны Иҫке Собханғол а., — 19.12.1987, Туймазы ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы.1946 й. алып Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының “Собханғол” нефтте һурҙырып бушатыу ст. водителе, 1949—78 йй. машинисы. Ленин (1966), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев